Хәүефһеҙлек
3 Октябрь 2020, 16:45

Аталы-уллы ғәйеп булған

Улар йәшел машинала Башҡортостанға килгән, тик тәғәйенләнгән урынға барып етмәйҙәр...

“Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу ирекмәндәре Парфеновтар ғаиләһен эҙләй.
30 сентябрҙә 67 йәшлек Юрий Парфенов менән уның 33 йәшлек улы Александр юғалған. Ирҙәр Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ауылында йәшәй. Улар йәшел төҫтәге “Лада Калина” автомобилендә республикабыҙҙың Бүздәк районы Михайловка ауылына тип сығып китә. Тик тәғәйенләнгән урынға барып етмәйҙәр.
Атай кешенең билдәләре: буйы 175 сантиметр, уртаса буй-һынлы, һары сәсенә сал төшкән, күҙҙәре көрән. СК логотибы төшөрөлгән ҡыҙыл футболка, ҡара куртка, ҡара салбар, һары һыҙыҡлы ҡара кроссовка һәм аҡ бейсболка кейгән.
Улының билдәләре: буйы 199 сантиметр, ҡаҡса буй-һынлы, сәсе һәм күҙе көрән төҫтә. Ваҡ һүрәтле ҡара футболка, ҡара еңле ҡыҙыл спорт курткаһы, ҡара салбар һәм ботинка, ҡара бейсболка кейгән.
Аталы-уллы Парфеновтарҙы күрһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "Лиза Алерт".
Читайте нас