Фотоларҙан күренеүенсә, Өфө - Ырымбур юлында ҡот осҡос авария теркәлгән. Цемент ташыған “Volvo”, йөк фургоны “ГАЗель” һәм “Datsun” ныҡ бәрелешкән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль тимер өйөмөнә әүерелгән, ә йөк машинаһы түңкәрелгән. ”ГАЗель” ауған техникаға барып бәрелгән, уның водителе иҫән-һау.