Түбәнге Новгород өлкәһенән килгән 48 йәшлек велосипедсы Өфө эргәһендә һәләк булған. Республика ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ирҙең ғүмере еңел машина водителенең иғтибарһыҙлығы һөҙөмтәһендә өҙөлгән. Өҫтәүенә ҡунаҡтың үҙенең дә кейемендә яҡтылыҡты ҡайтарғыс билдәләр булмаған.
Ул төндә баш ҡалабыҙҙың Шаҡша биҫтәһенә етеп килгәндә “ВАЗ-2114” автомобиле аҫтына эләккән. Был машина ҡаршыға килгән һәм транспорт сараһына Мәсетле районынан 37 йәшлек ир идара иткән булған. Тәгәрмәс аҫтында ҡалған ирҙең ғүмере дауаханала өҙөлгән.
Үрҙә әйтелгән сәбәптәр – водителдең иғтибарһыҙлығы, велосипедсыларҙың йәки йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтылыҡты ҡайтарғыс билдәләрҙең юҡлығы һөҙөмтәһендә әллә күпме ғүмерҙәр өҙөлә, бихисап кешенең сәләмәтлегенә зыян килә. Шуға юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге хаҡында онотмаһаҡ ине.
Фото: БР ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәте.