Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы раҫланған вахтасының обсерваторҙан ҡасыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Суд уға штраф түләү тураһында ҡарар сығарған.
Кушнаренко район судының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Тарабирҙе ауылында йәшәгән 40 йәшлек ир вахтанан өйөнә ҡайта. Унда коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланып, йоғошло ауырыуҙар госпиталендәге обсерваторға урынлаштырыла.
Тик ир обсервация ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай, үҙ белдеге менән өйөнә ҡайтып китә. Судта вахтасы үҙенең ғәйебен таныған. Ул 15 мең һум күләмендә штрафҡа тарттырылған.