Өфөлә йорттоң өсөнсө ҡатынан өс йәшлек бала ҡолаған. Быйыл бындай күңелһеҙ ваҡиғаларҙы,фажиғәләрҙе аҙ кисерергә тура килмәне. Йәйге селлә үткәс, хәл тотороҡланғандай булғайны ла, әммә...
Шаҡша биҫтәһенең Апрель урамындағы йортта йәшәгән кешеләр ҡотҡарыусыларҙы һәм "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәрен саҡырған. Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бала иҫән ҡалған, тик ҡаты йәрәхәтләнгән. Уны дауаханаға оҙатҡандар.
Был ваҡытта ата-әсәнең өйҙә булыуы билдәле. Тәҙрә асыҡ булған. Күрәһең, ҡыҙ бала москит селтәренә таянған, ә уныһы бала ауырлығын күтәрә алмаған...
Фото: Граждандарҙы яҡлау идаралығы.