Хәүефһеҙлек
4 Октябрь 2020, 09:30

Йәнә Белорет юлында фажиғә...

Боролошта машина юлдан ситкә сығып осоп түңкәрелгән.

Бөгөн Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Белорет районында кисә теркәлгән үлемесле ваҡиға хаҡында хәбәр итте. Фажиғә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 207-се километрында булған.
Белоретта йәшәгән 27 йәшлек водитель “Мерседес-Бенц С350” автомобилендә боролошта, рулгә идара итеүҙе юғалтып, юл ситендәге канауға оса. Машина түңкәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егет һәләк була.
Водителдәрҙе юлдарҙа һаҡ булырға, тиҙлек режимын теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Иҫән-һау йөрөгөҙ, һеҙҙе өйөгөҙҙә яҡындарығыҙ көтә!
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас