Хәүефһеҙлек
5 Октябрь 2020, 14:45

Һәләкәттән алда ғына әсәһе шылтырата: “Тиҙерәк ҡайт...”

Иртән йәштәр “ВАЗ-21120” машинаһында “Макдоналдс” кафеһына китеп барған була.

Бөгөн Өфө – Аэропорт юлында үлемесле авария булды. Иртән “ВАЗ-21120” машинаһында йәштәр Чесноковка ауылынан “Макдоналдс” кафеһына китеп барғанда рулдәге 23 йәшлек егет машинаға идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситендәге кәртәгә бәрелә.
Һөҙөмтәлә, шаһиттар һөйләүе буйынса, пассажирҙар ултырған яҡтан автомобилдең ишектәре өҙөлөп китә һәм арттағы йәп-йәш ҡыҙ юлға ҡолай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул урында вафат була.
– 2016 йылда эскән килеш йөрөгән өсөн водитель транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән була. Шунан бирле документын тергеҙмәй. Медицина тикшереүе уның әле лә иҫерек икәнен күрһәтте, – тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына ҡала ЮХХДИ-һы вәкиле Альбина Кадикова.
Алғы урында ултырған 17 йәшлек икенсе ҡыҙ йәрәхәтләнһә лә, иҫән ҡала. Ул хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергән, ә һәләк булғаны – юҡ...
Аварияға тиклем 15 минут алда ғына әсәһе уға: “Әйҙә, тиҙерәк ҡайт”, – тип шылтыратҡан. Ҡыҙы, ашарға ғына алабыҙ ҙа, тип яуаплаған. Күрәһең, яҙмыш быға ҡаршы төшкән...
Водителгә иһә бер нимә лә булмай. Әммә эскән килеш рулгә ултырып, кеше ғүмерен өҙөүгә сәбәпсе булғаны өсөн уға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Фото: Өфө ҡалаһы ЮХХДИ-һы.
Читайте нас