Бөгөн төндә республиканың Өфө районында ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Лебяжий ауылының Тыныслыҡ урамында төнгө 3-тәр тирәһендә шәхси йортта янғын сыға. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ урынға бара һәм ике ҡатлы йорттоң мансардаһы яныуын асыҡлай.
“Янғынды тиҙ арала һүндереүгә өлгәштеләр. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы һәм янғын лабораторияһы белгестәре сыҡты. Беҙҙең ведомствонан янғынды һүндереүҙә 23 кеше һәм туғыҙ берәмек техника ҡатнашты”, - тинеләр идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғындың һөҙөмтәләре ҡот осҡос. Утты һүндергәс, бында өс кешенең кәүҙәһе табла. Уларҙың береһе - биш йәшлек ҡыҙ бала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғында тотош ғаилә һәләк булған. Баланың әсәһенә - 38, ә атаһына - 44 йәш. Ҡатындың өлкән йәштәге әсәһе ҡасып сығып өлгөргән, ул иҫән ҡалған.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.