Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Октябрь 2020, 13:00

Ағас баҫып үлтергән

Аяныслы хәл Бәләбәй районында теркәлгән.

Үлемесле осраҡ кисә Бәләбәй районында була. Райондың бер төҙөлөш-монтаж ойошмаһының хеҙмәткәре эш ваҡытында һәләк була. Эшселәр электр сымдары үткән линияны ағас-ҡыуаҡлыҡтан таҙартып йөрөгән ваҡытта 43 йәшлек ирҙе ағас баҫа. Һөҙөмтәлә ул шунда уҡ йән бирә. Әле ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.
Фото: mgazeta.com
Читайте нас в