Хәүефһеҙлек
6 Октябрь 2020, 08:30

Лифт та сыҙамаған...

Бәләгә тарыған шәфҡәт туташына табиптарҙың ярҙамы талап ителгән.

Республика балалар клиник дауаханаһында етди ваҡиға теркәлгән. Лифттарҙың береһе трос өҙөлөүе сәбәпле кинәт ҡолаған. Был мәлдә кабинала медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре булған.
Лифт кабинаһы дүртенсе ҡаттан беренсе ҡатҡа ҡолап төшкән. Хәҙер лифт эшләмәй. Әйтеүҙәренсә, бәләгә тарыған шәфҡәт туташына табиптарҙың ярҙамы талап ителгән. Уның баш мейеһе һелкенгәнлеге асыҡланған. Шуныһы ла билдәле, 2020 йылдың ғинуарында ғына Республика балалар клиник дауаханаһында капиталь ремонт тамамланған булған.
Фото: Utv.ru
Читайте нас