Өфө ҡалаһының Сик урамында урынлашҡан мегамаркеттан ике үҫмер 35 мең һумға торошло төҙөлөш материалдары һәм электр инструменттары алып сығырға маташа. Әммә уларҙы сауҙа нөктәһе хеҙмәткәрҙәре абайлап ҡала һәм Росгвардияның үҙәкләштерелгән һаҡ пунктына сигнал ебәрә.
Һаҡ хеҙмәткәрҙәре килгәнсе мегамаркет хеҙмәткәрҙәре бурҙарҙы үҙ көсө менән тотоп тора һәм килеп еткән Росгвардия һаҡсыларына тапшыра.
Асыҡланыуынса уғрыларҙың береһе быға тиклем дә административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған 16 йәшлек Өфө егете һәм бығаса суд юлын тапамаған 17 йәшлек Туймазы егете булып сыға.
БР буйынса Росгвардия идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡулға алыныусылар полиция ҡарамағына тапшырылған.
Үҫмерҙәр урланған тауарҙы һатып аҡса эшләргә уйлаған.