Пандемия килтергән оҙайлы фажиғәле осорҙа бер шатлыҡлы хәбәр күңелде йылыта: коронавирусҡа ҡаршы вакцина, ниһайәт, булдырылды һәм уны Рәсәйҙә уйлап таптылар. Ә бит быға саҡлы Рәсәй фәне артта ҡалған, шуға технологиялар ҙа насар һәм сит илдәрҙән генә алырға була, тип иҫәпләйҙәр ине. Нисек итеп бөтә донъя көткән дарыуҙы тап беҙҙең илдә етештерә алдылар? Уның йоғонтоһо ниндәй булыр? Ҡасан Башҡортостанда ла уңышлы ҡуллана башларҙар?
“Рәсәй ғалимдарына һәм медиктарына беренсе әйтер һүҙ: “Афарин!” Коронавирусҡа ҡаршы вакцина булдырыу ҙур ихтирам уята. Табип һәм ғалим булараҡ, Рәсәй фәне алға табан ҙур һынылыш яһаған, тип әйтә алам”, – был һүҙҙәр Израилдең танылған иммунологы, Иерусалимдағы “Хадасс” университеты клиникаһының һөйәк мейеһен күсереп ултыртыу һәм иммунология бүлеге мөдире Полина Степенскиҙың күптән түгел матбуғатҡа биргән интервьюһынан алынды. Ғалимды 2018 йылда “Израилдең йыл кешеһе” тип иғлан иткәйнеләр, ә “Форбс” уны йәһүд дәүләтенең иң яҡшы табиптары исемлегенә индерҙе, шуға күрә был шәхестең фекере ҙур әһәмиәткә эйә.
Бер ыңғай шуға ла иғтибар итмәй булмай: ошо университеттың профессор Зеэф Ротштейн етәкселегендәге ғалимдар төркөмө “Сколково”ла Рәсәй препаратының йоғонтололоғон һәм хәүефһеҙлеген тикшереүҙә ҡатнаша. Тимәк, фәне һәм технологиялары менән дан тотҡан Израиль ғалимдары беҙҙең илгә килеп эшләй икән, был үҙе үк юғары баһа булып тора.
Фән һәм техника өлкәһендәге беренселек өсөн ярыш донъяның көнәркәшлек иткән яҡтарын төрлөсә ҡыланырға, Рәсәй вакцинаһы, йәнәһе, насар һәм хатта зарарлы, тип һөйләргә мәжбүр итә. Шул уҡ Степенски, мәҫәлән, шулай ти: “Рәсәй ғалимдары һәйбәт вакцина уйлап тапҡан, һәм ул башҡа илдәрҙәге ошондай препараттарға ҡарағанда йоғонтолораҡ, ә уға ҡарата тәнҡит һүҙҙәре сәйәсәткә һәм ғалимдарҙың эшмәкәрлеген аңламауға бәйле”.
Бер юлы донъяның йөҙҙәрсә лабораторияларында ла коронавирусҡа ҡаршы вакцина өҫтөндә эш дауам итә. Һөҙөмтәлә улар Рәсәйҙекенән яҡшыраҡ булырмы, әллә ҡайтышыраҡмы – уныһын ваҡыт күрһәтер.
Фәндә, айырыуса кеше һаулығына бәйле өлкәләрҙә, яңы алымдар тәүҙә ышанмау һәм шикләнеү тойғоһо уята. Был тәбиғи ҙә. Шул иҫәптән онотолған элекке алымдарҙы ла ҡабат һынап ҡарау һәм шунан ғына ҡуллана башлау зарур. Билдәле булыуынса, донъяла прививкалар яһатыуға ҡаршы хәрәкәт тә бар һәм улар, әленән-әле үҙҙәрен күрһәтеп, вакцина яһатыуға риза булмаҫҡа саҡырып сығыш яһай. Хатта был эштең “кеше хоҡуҡтарын боҙоу булып тороуы” тураһында ла һөйләйҙәр. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы был “вакцинацияға ҡаршы” хәрәкәтте һаулыҡ һаҡлау тармағының ун проблемаһы исемлегенә индергән.
Рәсәйҙең “Спутник V” вакцинаһын прививка рәүешендә төрлө илдәрҙә төрлө кимәлдә ҡулланырҙар, моғайын. Әлбиттә, башҡа илдәрҙә уйлап табылған препараттарҙан да ҡырҡа баш тартмаясаҡтар. Әлеге мәлдә Бөйөк Британия, Израиль, Германия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Франция, Австралия һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә ошо вакцинаның тиҙҙән әҙер буласағы тураһында белдерҙеләр. Уларҙың дарыуының да киң ҡулланыу табасағы шикһеҙ. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының генераль директоры Тедрос Адан Гебрейесус хәбәр итеүенсә, әлеге мәлгә донъя лабораторияларында 180 тирәһе вакцина эшләнгән һәм уларҙың 35-ен сирлеләрҙә һынап ҡарау бара. Тик беренселекте Рәсәй алып өлгөрҙө, ҡалған дәүләттәр уның артынан “теҙеләсәк”. Тимәк, тарих шулай ҡушҡан.
“Спутник V” Америкаға оса
Был мөғжизәле Рәсәй вакцинаһын донъя баҙарына сығарыу быйыл ноябрҙә башланасаҡ. Рәсәй тура инвестициялар фонды етәксеһе Кирилл Дмитриев яңыраҡ 500-ҙән ашыу хәбәрсе ҡатнашҡан онлайн-брифингта ошо турала һөйләне. Күптән түгел Мексикаға 32 миллион доза биреү тураһында килешеү төҙөлгән дә икән, был күләм ошо ил халҡының сирек өлөшөнә прививка яһатырға етәсәк. Оҙаҡламай Бразилия менән дә килешеү төҙөргә ниәтләйҙәр.
– Иң ҡатмарлыһы – ихтыяждың ҙур булыуы һәм уны тулыһынса ҡәнәғәтләндереүҙе тиҙ генә тормошҡа ашырыу мөмкинлеге юҡлығы, – ти Дмитриев. – Шуға күрә беҙ төрлө илдәр менән уларға беҙҙең технологияны тапшырыу һәм һөҙөмтәлә вакцинаны киң күләмдә етештерә башлау мөмкинлеге тураһында һөйләшеү алып барабыҙ. Йыл аҙағына саҡлы Рәсәй вакцинаһын сит илдәрҙә 200 миллион доза етештереп булыр, тип көтәбеҙ, ә киләһе йылда был күләмде 500 миллион дозаға еткереп булыр ине.
Шулай итеп, Рәсәй күберәк табыш алыуҙы түгел, ә ҡурҡыныс сирҙе тиҙерәк еңеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ә быны донъя күләмендә “ауыҙлыҡламай” тороп еңеп булмаясаҡ, сөнки бөгөнгө аралашыу шарттарында сирҙе бер генә илдә бөтөрөү көткән һөҙөмтәне бирмәйәсәк. Мексика, Бразилия һәм тағы ла бер нисә дәүләт вакцинаны беҙҙең илдә булдырылған тәртиптә ҡулланасаҡтар: улар клиник һынау үткәреүҙең быйыл август уртаһында Мәскәүҙә башланған өсөнсө фазаһына ҡушыласаҡ. Мехико клиникалары береһенең етәксеһе Алехандро Лара әйтеүенсә, Мексика табиптарының Рәсәй коллегалары менән хеҙмәттәшлек тәжрибәһе бар һәм улар үтә кәрәкле был проектҡа ихлас ҡушыласаҡ.
Рәсәй эксперименталь медицина ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры урынбаҫары Денис Логунов раҫлауынса, һынауҙарҙың тәүге ике фазаһында “Спутник V” препаратының тулыһынса хәүефһеҙ булыуы иҫбатланған. Өсөнсө фазаның төп маҡсаты – вацинаның эпидемиологик йоғонтоһон, йәғни уның сиргә ҡарата ҡаршы тороу һәләте кимәлен һәм оҙайлылығын раҫлау.
Һайлап алынған платформа – кешенең ике төрлө аденовирусын файҙаланыу – йөҙ процент осраҡта ла иммунлы яуап алыу мөмкинлеге биргән. Ғалим аңлатыуынса, уның сиргә ҡаршы тороу һәләте COVID-19 менән сирләп һауыҡҡан кешеләрҙәге иммун яуабынан 8-10 тапҡырға юғарыраҡ булып сыҡҡан.
– Интоксикацияға һәм сирләй башлауға юл ҡуймайынса ла беҙ көслө иммунитет булдыра алыуға өлгәштек, – ти Денис Логунов. – Вакцинаны кеше тәненә индергәндән һуң сит эҙемтәләр асыҡланманы.
“Уларға ышанмау мөмкин түгел”
Танылған табип, ғалим, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Румянцев һөйләүенсә, вакцинаны һынау Бурденко исемендәге госпиталдә һәм Сеченов исемендәге университет клиникаһында үткәрелгән. Һынауҙарҙа ике рәүешле ҡатнашҡан кешеләргә тәүге ике фаза өсөн аҡса түләнгән. Беҙҙең ғалимдар бөтәһе 21 вакцина өҫтөндә эшләй икән, Рәсәй дауаханаларына был дарыу киләһе йылдың 1 ғинуарынан бирелә башлар тип өмөт итәләр, сит илдәргә ул айырым килешеүҙәр нигеҙендә оҙатыласаҡ. Әйткәндәй, Александр Румянцев, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙе лә ошо вакцинаны һынап ҡарауҙа ҡатнашҡан. “Тәнемдә бер ниндәй сит эҙемтә тойманым. Ә бит улар – мәҫәлән, температураның күтәрелеүе – булһа ла ғәжәп түгел, уны парацетомол тиҙ генә төшөрә ала”, – ти ул. 21 сентябрҙә академик контроль тикшереү үткән – һөҙөмтә ҡәнәғәтләнерлек, сираттағы тикшереү 21 көндән башҡарыласаҡ.
– Әйткәндәй, кеше бала сағында уҡ ниндәй ҙә булһа сирҙән (ҡыҙылса, быума йүтәл, дифтерия һәм башҡалар) прививка эшләтһә, был ауырыуҙан иммунитет ғүмер буйы һаҡлана тигән фекер бөтөнләй дөрөҫлөккә тура килмәй, – ти Александр Румянцев. – Шуға күрә лә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 60 йәштән уҙған кешеләр өсөн махсус вакцинациялау календары төҙөнө. Ни өсөн тиһәгеҙ, ҡарттарҙың пневмония йоҡтороуының төп сығанағы – ейәндәре менән аралашыу.
Кескәйҙәр пневмококк һәм гемофил таяҡсаһынан прививка эшләтһә генә, улар менән аралашыу хәүефһеҙ буласаҡ, ә эшләтмәһә – олатай-өләсәһенә сир йоҡтороуы бик ихтимал. Балаларҙа тыумыштан булған иммунитет көслө, артабан тирә-яҡ мөхит менән аралашҡанда ул юғала бара. Яман шештән дауаланыусылар өсөн дә ковид үҙенсәлекле – был сирлеләр дауаханала алған химия терапияһы коронавирусты ла юҡҡа сығара.
Академик Рәсәйҙә етештерелгән вакцинаға ҙур өмөт бағлауын белдерҙе. “Кешенең аденовирус векторы буйынса ғилми эшмәкәрлектә 40 йыл тәжрибә туплаған, Эбола биҙгәгенә, Яҡын Көнсығыш респиратор синдромына һәм башҡа яман сирҙәргә ҡаршы йоғонтоло вакцина уйлап тапҡан беҙҙең белгестәргә ышанмау мөмкин түгел”, – ти Александр Румянцев.
Ни өсөн тап Рәсәйҙә уйлап таба алдылар?
Ғалимдар аңлатыуынса, Рәсәй лабораторияларында етештерелгән эболаға ҡаршы вакцина технологияһын файҙаланып, коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны бик тиҙ яһағандар. Денис Логуновтың “Меduza” баҫмаһына биргән интервьюһынан күренеүенсә, Рәсәйҙә ошо препаратты, йәғни “Спутник V” вакцинаһын шул тиклем тиҙ булдырыуға ирешеүҙәре шуның менән аңлатыла.
Рәсәй эксперименталь медицина ғилми-тикшеренеү үҙәгендә быйыл февралдә үк яңы инфекцияға – коронавирусҡа – ҡаршы вакцина өҫтөндә эшләй башларға ҡарар иткәндәр икән. Был ынтылышҡа Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының конференцияһы булып уҙыуы һәм унда кешелектең етди проблема алдында тороуы тураһында иғлан итеү сәбәпсе булған. Яҡын Көнсығышта электән үк таралған MERS-CoV вирусы бөгөнгө коронавирусҡа оҡшаш, анығыраҡ әйткәндә – бета-коронавирустарҙың яҡын “туғаны” булып сыҡҡан, шуға күрә лә Рәсәй ғалимдарында COVID-19-ға ҡаршы вакцина сифатында шуны нигеҙ алыу кәрәклеге шик тыуҙырмаған. Был вакцинаның кандидат моделен булдырыуға ике аҙна ғына киткән!
– Беҙ төрлө вирустар менән күп һынауҙар үткәрҙек, уларҙы әле төп нигеҙ менән даими сағыштыра барҙыҡ, – ти Денис Логунов. – Вакцина өсөн векторҙы, йәғни төп линияны аденовирустан алдыҡ, ул кешелек донъяһына күптән билдәле, әүҙемлеге организм өсөн ҡурҡыныс түгел. Артабан был векторҙың тағы ике геномын алып ташланыҡ, сөнки вакцинаны тағы ла хәүефһеҙерәк итеү, мөмкин була ҡалған сит эҙемтәләрен алып ташлау кәрәк ине. Бындай үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә вирус организм күҙәнәктәрендә үрсей алмай, әммә күҙәнәктең эсенә лә үтеп инеү һәләтен юғалтмай. Уға ғалимдар таҡҡан әлеге геном, коронавирус осрағында – S-аҡһым – ошо ғәмәлгә булышлыҡ итә.
– Аденовирус иһә геномды күҙәнәккә ышаныслы рәүештә алып инә, ә ике-өс аҙнанан организмда векторҙың эҙе лә ҡалмай, – ти Денис Логунов. – Ябайыраҡ итеп әйткәндә, күҙәнәккә үтеп инә, сит аҡһым барлыҡҡа килтерә, тейешле һөҙөмтә барлыҡҡа килә.
Үрсергә һәләтле вектор файҙаланылһа, иммунитетҡа бындай вакцинаға яуап биреү өсөн оҙағыраҡ ваҡыт кәрәк булыр, ә сит эҙемтәләр артыр ине. Ә әлеге осраҡта сит эҙемтәләр көтөлгәнсә һәм ғәҙәттәгесә – температура һәм укол ҡаҙағандан һуң бер аҙ ауыртып тороуы.
– Беҙ уны һәйбәт кимәлдә һынаныҡ тип иҫәпләйем, – ти микробиолог. – Тәүҙә сысҡандарҙа һәм приматтарҙа тикшерҙек. Кеше тәненә бер үк векторҙы ике факторҙа индереү буйынса клиник тикшеренеү ҙә үткәрҙек. Бер үк векторҙы ике тапҡыр индереү һәйбәт түгел икәнен беләбеҙ, ләкин препараттың йоғонтоһо буйынса ышаныслы мәғлүмәт тупларға кәрәк ине. Беренсе инъекциянан һуң был һынауға үҙ теләге менән риза булған кешеләрҙең барыһында ла иммун яуапҡа өлгәшә алдыҡ, әммә икенсе тапҡыр индергәндә икенсе бер векторҙы өҫтәп ҡулланыу ғына көтөлгән һөҙөмтәне бирҙе...
Төп шарт – көслө йоғонто һәм ныҡлы ышаныс
– Шундай вакциналар бар: улар шунда уҡ көслө йоғонто яһай, ләкин шулай уҡ тиҙ һүнә башлай, ә организмдағы патоген үҙгәреп өлгөрә һәм кеше ҡабат сирләргә мөмкин, – ти Денис Логунов. – Был осраҡта кеше ауырыуҙы еңелерәк үткәрә һәм үлмәй. Мәҫәлән, грипп менән шулай була. Һары биҙгәк кеүегерәк хәл дә булғылай: иммунитет көсәйә, артабан кинәт көсһөҙәйә, әммә уның һаҡлағыс үҙенсәлеге тағы ла 20 йыл дауам итә әле. Әгәр ҙә бөгөн кемдер, COVID-19-ға ҡарата һаҡлағыс арҡаһында иммунитет эшләмәй тип раҫларға тырышһа, был нигеҙһеҙ һәм дәлилһеҙ фекер буласаҡ. Рәсәй вакцинаһы 76 сәләмәт кешелә үҙҙәренең ризалығы менән һыналды, улар әле лә табиптар күҙәтеүе аҫтында. Был кешеләрҙең хәле тураһындағы мәғлүмәт вакцина индергәндән һуң 42 көн үткәс тикшерелде, артабан – өс айҙан, шунан һуң ярты йыл үткәс тикшереләсәк. Яҡын киләсәктә ирекле рәүештә тупланған төркөмдәрҙә киңәйтелгән һынау уҙғарыласаҡ. Тестар ярты йыл дауам итәсәк.
Был этапта инде вакцинаны ҡайһы бер дауахана шарттарында ла ҡуллана башларға мөмкин икән. Ундай учреждениелар Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ваҡытлыса танытмаһы нигеҙендә эшләй аласаҡ. Эксперт органы рөхсәт биргәс тә бындай вакцинаны киң ҡуллана башлаясаҡтар. “Вакцинаның тейешле һөҙөмтәһе булмаясаҡ тип уйларға нигеҙ юҡ”, – ти Денис Логунов. Белгестәр әлегә аныҡ яуап бирә алмаған мәсьәлә – иммунитеттың оҙайлылығы: ул бер йыл һаҡланырмы, ике йәки өс йылмы – әлегә билдәһеҙ.
Яңы типтағы коронавирус, билдәле булыуынса, былтыр декабрҙә Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында башланып киткәйне. Быйыл 11 мартта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы пандемия иғлан итте. Быйыл сентябрь уртаһына донъяла был сирҙе йоҡторғандар һаны 28 миллион кешенән ашты. Был турала Джон Хопкинс университеты хәбәр итә, ул халыҡ-ара ойошмалар, федераль һәм урындағы властар мәғлүмәттәре буйынса иҫәп алып бара икән.
“Иң күп сирләгәндәр һаны АҠШ-та – улар алты миллиондан артығыраҡ, икенсе урында – Һиндостан: бында тест ыңғай һөҙөмтә биргәндәр һаны 4 миллион 400 мең кешенән ашып китә, өсөнсө урында – 4 миллион 238 мең кешеһе ауырыған Бразилия”, – тип хәбәр итә “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы, ошо университет мәғлүмәттәренә һылтанып.
Рәсәйҙә пандемия башланғандан алып сентябрь уртаһына саҡлы коронавирустан 18 меңдән ашыуыраҡ кеше үлгән. Яңыраҡ Рәсәй Хөкүмәте сиргә ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм пациенттарға ярҙам иткән хәүеф төркөмдәренә түләү өсөн өҫтәмә рәүештә 1,89 миллиард һум аҡса бүлде. Бөгөнгә илебеҙҙең медицина учреждениеларында 90 мең кеше ошо сирҙән дауалана. Һуңғы арала коронавирус йоҡторғандар һаны йәнә арта төштө. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко был насар мәғлүмәтте кешеләрҙең йәйге ялдан күмәкләп ҡайтыуы, мәктәп, балалар баҡсаларының асылыуы менән бәйләй. “Шулай ҙа медиктар инфекцияға пандемия осороноң башына ҡарағанда яҡшыраҡ “идара итергә” өйрәнде”, – ти министр.
Коронавирус пандемияһы һәм ҡурсаланыу шарттарында булыу күп кенә граждандарҙың психик хәленә кире йоғонто яһаны. Мәскәү ҡалаһының баш психиатры, медицина фәндәре докторы профессор Георгий Костюк билдәләүенсә, мәғлүмәттең организмға насар тәьҫире бөгөнгө экпидемияның үҙенсәлеге булып тора. Туҡтауһыҙ инфекция тураһында уйланыу кешеләрҙе шикләнеүсән итә, улар үҙҙәрендә һәр саҡ сир симптомдарын эҙләй, даими стресс кисереп йәшәй. Күптәр кәйефе төшөнкө булыуын, баш ауыртыуын, аяҡ-ҡулы ойоуын билдәләй. COVID-19 симптомдарының береһе тәм һәм еҫ тойоуҙы юғалтыу икәнен белгәс, ҡайһы бер кешеләргә ошо һәләтте юғалтҡан һымаҡ күренә.
Профессор аңлатыуынса, пандемияның икенсе тулҡыны булмаһа һәм властар сикләү сараларын кәметә башлаһа, йәмғиәттәге көсөргәнеш тә кәмеүгә табан китәсәк. “Әгәр ҙә икенсе тулҡын килһә һәм халыҡ ҡабаттан ҡурсаланыу шарттарына күсергә мәжбүр булһа, психик эҙемтәләр ҙә байтаҡҡа киңерәк күҙәтеләсәк”, – ти ул.
Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы, табип-психиатр Борис Менделевич инфекция осоро тамамланыуға халыҡта психик сирҙәрҙең дә йышайыу ихтималлығы тураһында һөйләне һәм быға әҙер булырға саҡырҙы.
Тедрос Адан Гебрейесус раҫлауынса, кешелек донъяһына коронавирус инфекцияһын еңеү өсөн ике йыл ваҡыт кәрәк. Ул иҫкә төшөрөүенсә, 1918 йылда башланған испан киҙеүен еңер өсөн ике йыл ваҡыт кәрәк булған. Ә COVID-19-ҙы бөтөрөр өсөн был ойошма заманса технологияларҙың етерлек булыуы тураһында белдергәйне.
Ә быйыл июль аҙағында шул уҡ ойошманың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса программаһы директоры Майкл Райан, кешеләр вакцинаны 2021 йылдың тәүге яртыһынан да иртәрәк ала алмаясаҡ, тип белдергәйне. Ул әйткәнсә, вакцинаны эшләү буйынса ҙур алға китеш булһа ла, был дарыуҙы әҙерләү өсөн күпмелер ваҡыт кәрәклеген оноторға ярамай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ошо препарат бөтәһенә лә етерлек булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һаласаҡ. “Ул байҙарға йәки ярлыларға ғына түгел, барыһына ла кәрәк!” – ти Райан.
– Республикаға 40 дана вакцина килде һәм һынау башланды, – тине Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дауалау бүлеге етәксеһе Елена Ғәлимуллина. – Беҙ, тәбиғи, рәсми мәғлүмәттәр менән генә эш итәбеҙ, улар буйынса фәҡәт Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғына беҙҙең өсөн сығанаҡ булып тора. Клиник һынауҙар тамамланғас, вакцина Рәсәй төбәктәренә халыҡ һәм сирләүселәр һанына ҡарап бүленәсәк.