Хәүефһеҙлек
8 Октябрь 2020, 06:30

Баш ҡалала атышҡандармы?

Ни сәбәпле килеп сыҡҡан был аяныслы хәл?

Өфөлә Маршал Жуков урамындағы “Максидом” гипермаркеты алдында водителдәр һуғышҡан һәм атыш ойошторған. Был хәлгә шаһит кеше “Башинформ” агентлығына хәбәр иткән. “Эргәләренән китеп бара инем, өс-дүрт машинаның тәртипһеҙ тороуын һәм шунса ирҙең йоҙроҡ һелтәүен күрҙем, – тип һөйләгән шул урынға осраҡлы барып сыҡҡан шаһит. – Һуңғараҡ өс-дүрт атыш тауышы яңғыраны. Хәрби ҡоралдандыр, сөнки бәхәстә ҡатнашҡандарҙың береһенең үтә атылған куртка еңенән ҡан аға ине”.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ике сит ил машинаһы водителдәре араһында бәхәс ҡупҡан. Әле бында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. “Рено” машинаһы водителе хәбәр итеүенсә, “Вольво” автомобиленә идара иткән ир хәүефле маневр яһаған һәм уны “телгән”. Артабан уны туҡтатырға мәжбүр иткән. Швеция машинаһы водителе иһә “Рено”ның водителе менән пассажиры һүҙгә килешкәндән һуң йоҙроҡ менән уға һуға башлағандар. Шуға ул травматик ҡоралды файҙаланған. Ирҙәрҙең береһе яраланған. Уға медицина хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы кәрәккән.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас