Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Октябрь 2020, 14:30

Кинәт тормозға баҫҡан...

12 йәшлек бала тәгәрәп барып төшә һәм йәрәхәтләнә...

12 йәшлек бала йәмәғәт транспортында барғанда йығылып, ныҡ ҡына йәрәхәтләнгән. Малайға табиптар ярҙамына мөрәжәғәт итергә тура килгән. Һуңғы осорҙа автобус салонында йығылып имгәнгән пассажирҙар һаны артҡан.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, 1981 йылғы водитель “НефАЗ” автобусында Октябрь проспекты буйлап барғанда кинәт тормозға баҫа, һөҙөмтәлә 12 йәшлек бала тәгәрәп барып төшә һәм йәрәхәттәр ала. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң баланы ҡайтарып ебәрәләр.
Бындай күңелһеҙ осраҡтар йыш булып тора. Ғинуарҙан октябргә тиклемге осорҙа рәсми теркәлгәндәре генә-117. 120 пассажирҙың йәрәхәтләнеүе билдәле. Дәүләт автоинспекцияһында әйтеүҙәренсә, водителдең кинәт маневр яһауы, тиҙлекте арттырыуы һөҙөмтәһендә пассажир йығылып йәрәхәттәр алған осраҡтар ҙа юл-транспорт ваҡиғаһы булараҡ теркәлә. Ғөмүмән, юлға сыҡҡанда көтөлмәгән хәлдәр һәр беребеҙҙе һағалап ҡына тора. Шуға күрә салон эсендә лә уяу һәм иғтибарлы булыу мөһим.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас: