Хәүефһеҙлек
10 Октябрь 2020, 17:45

Радий Хәбиров: “Әле беҙҙең өсөн һәр көн ҡәҙерле”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡта ваҡытлыса клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөүгә әҙерлек барышы менән танышты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта ваҡытлыса клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөүгә әҙерлек барышы менән танышты.
Дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метрлыҡ объект тәүге пациенттарҙы 15 декабрҙә ҡабул итәсәк. Күҙалланыуынса, бында айырым 70 бокс була, учреждениела бер үк ваҡытта 300 кеше дауалана аласаҡ. Проектта ябай бокстарҙан, реанимация палаталарынан тыш, бала табыу, томография һәм балалар бүлектәре, хирургия блогы, бак-лаборатория төҙөү ҡарала, госпиталь биләмәһендә вертолет майҙансығы булдырыла. Яңы дауаханала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдимдәре һәм көнүҙәк санитария нормалары теүәл үтәләсәк. Архитекторҙар Зубов ауылындағы ошондай уҡ госпиталде файҙаланыу барышында тыуған барлыҡ иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алған: коридорҙар киңәйтелгән, персонал бүлмәләре лә иркенерәк.
Республика Башлығы яңы объект төҙөлөшөндә үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең ҡеүәтен мөмкин тиклем нығыраҡ файҙаланыу зарурлығын айырып билдәләне. Госпиталь өсөн персоналды ла әле үк әҙерләй башларға кәрәк, тине ул.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, яңы үҙәк күп функциялы буласаҡ, пандемия бөткәс, уның профилен үҙгәртергә мөмкин.
– Әле беҙҙең өсөн һәр көн ҡәҙерле: ауырыуҙар арта бара, яҡын арала сир юҡҡа сығыр тип уйларға нигеҙ юҡ, – тине Радий Хәбиров. – Төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, иң мөһиме – һаулыҡ һаҡлау системаһы был һынауҙы үтә алһын. Резервта койка фонды бар, шулай ҙа беҙгә яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханалары кәрәк. Ни бары ике көн элек төҙөлөш тураһында ҡарар ҡабул иттек, эш башланды ла инде. Тәжрибә бар, төҙөүселәрҙе, табиптарҙы, муниципалитет вәкилдәрен туплап, бергәләп эшләйбеҙ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас