Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Октябрь 2020, 22:30

Иҙелеп юҡҡа сыҡҡан...

Хәйбулла яғында - фажиғәле хәл.

Хәйбулла яғында булған был фажиғәле хәл.

Үткән төн уртаһында Аҡъяр - Сибай юлының 25-се километрында ВАЗ-2110 автомобиле юл ситендә торған "КамАЗ" прицебына ҙур тиҙлектә килеп бәрелә. Руль артында 22 йәшлек урындағы егет ултырған була. Был турала төбәк дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә.

Юл-транспорт ваҡиғаһында автомобилдең алғы өлөшө иҙелеп юҡҡа сыҡҡан тиһәң дә була. Ә водителе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған яраларынан авария урынында уҡ йән биргән. Уның автомобиль йөрөтөү танытмаһынан мәхрүм ителгәнлеге билдәле.

Ниндәй сәбәптәр шундай аварияға еткергән, ниндәй шарттарҙа булған был хәл - юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас в