Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Октябрь 2020, 23:00

Ярты сәғәт өсөн...

"...Танышым түгел шул. Хәл күпкә ҡатмарлыраҡ: һәләк булған ир улым булып ҡуймаһын тип борсолам".

Ниндәй генә ваҡиғалар булмай гәзит редакцияһында! Ҡайһы берҙәре айырыуса иҫтә ҡала. Түбәндәге тарих – шундайҙарҙан.
Күп йылдар элек, яңылыҡтар бүлегендә эшләгәндә булды был хәл. Ғинуар уртаһы, оҙайлы каникулдан һуң ең һыҙғанып эшкә тотонғанбыҙ, гәзиткә яңылыҡтар әҙерләйбеҙ. Шуныһын да әйтеп ҡуяйым: ул саҡта Интернет бөгөнгөләй төрлө-төрлө хәбәр-фотоларҙан сыбарланып тормай ине әле, социаль селтәрҙәр яңы барлыҡҡа килә башлаған мәл.
Сәғәт телдәре төшкә яҡынлашҡанда кабинетта сират­тағы шылтырау яңғырай. Ипле генә тауыш менән оло йәштәге ағай кем менән һөйләшеүе хаҡында ҡыҙыҡһына.
“Ағай, үҙегеҙ кем булаһығыҙ һуң?” — тип һорайым, яуап итеп. Трубкала билдәле исем-шәриф яңғырай, хөрмәтле, таныулы кеше шылтырата икән.
– Шундай-шундай һанда түбәндәге яңылыҡ баҫылған: Мәсетле районы биләмәһендә сит ил автомобиле менән йөк машинаһы бәрелешкән, еңел машинаға идара итеүсе, Екатеринбургта йәшәүсе 48 йәшлек ир һәләк булған. Водитель бик ҡабаланған, тип яҙғандар... Шул кешенең исем-шәрифен белеп булмаҫмы икән? – тип дауам итә шылтыратыусы.
– Берәй танышығыҙ тип шикләнәһегеҙме әллә, ағай?
– Танышым түгел шул. Хәл күпкә ҡатмарлыраҡ: улым булып ҡуймаһын тип борсолам...
Телефон сымдарында тынлыҡ урынлаша. Кинәт кенә нимә тип яуап бирергә лә белмәй, аптырап ҡалам.
– Ағай, беҙ юл-транспорт ваҡиғалары хаҡындағы мәғлүмәтте ЮХДДИ идаралығынан алабыҙ. Мәғлүмәт бүлегенең телефонын бирәйем һуң. Ә ниңә яҡынығыҙҙың үҙенә шылтыратып һорамаҫҡа?
– Уға шылтыратырға ҡыйыулығым етмәй. Улым Екатеринбургта йәшәй. 48 йәштә. Яңы йыл алдынан Өфөгә килеп китте. Тиҙҙән яңы сит ил автомобиле һатып алам, байрамдан һуң кире Өфөгә килеп, теркәү үтәм, тип әйткәйне. Әллә беҙгә өндәшеп тормайынса, тыуған яғына килеп уранымы икән? Бәлки, эштәре күп булһа, беҙгә инеп тә тормағандыр, кире Екатеринбургка ашыҡҡандыр... Юл тап Мәсетле районы аша үтә. Ҡыҙым, үтенеп һорайым, ЮХХДИ идаралығына һин үҙең генә шылтырат инде!
– Ярар, белергә тырышырмын, зинһар, бер аҙ көтөгөҙ, улай булғас, – ағайҙың телефонын яҙып алыуҙан һәм хәленә инеүҙән башҡа сара юҡ. Етмәһә, хеҙмәттәшем: “Улы булһа, нисек кенә оло кешегә был хаҡта әйтерһең икән?” – тип йәнемде үртәй.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының мәғлүмәт бүлегенә шылтыратам. Телефон трубкаһын алыусы юҡ. Баҡһаң, барыһы ла ниндәйҙер сарала икән. Әммә ярҙам итергә вәғәҙә иттеләр һәм бер ни тиклем ваҡыт­тан һуң һәләк булған кешенең исем-шәрифе билдәле булды. Беҙгә шылтыратҡан хөрмәтле ағайҙың улы түгел ине ул – был бәләкәй генә тарихтың ыңғай яғы шул булһа, алыҫ Екатеринбургка, яҡындары янына ашыҡҡан, моғайын, йәшәү өсөн әллә күпме пландар ҡорған типһә тимер өҙөрҙәй 48 йәшлек ирҙең һәләк булыуы йәл, үтә йәл ине, әлбиттә.
... Юл хаталарҙы ғәфү итмәй шул. Ҡайҙалыр ярты сәғәткә тиҙерәк барып етәм тип ашығыуҙан фәтүә юҡ, сөнки үлсәүгә ҒҮМЕР – бөйөк төшөнсә үҙе һалынған.
Фото: profile.ru
Читайте нас: