Күңелһеҙ ваҡиға ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлгән. Оло йәштәге ханым күҙ йәштәре менән хоҡуҡ һаҡлау органы бүлегенә мөрәжәғәт иткән.
Асыҡланыуынса, пенсионер мутлашыусылар тоҙағына эләккән һәм уларға үҙ ҡулы менән 125 мең һум аҡсаһын тоттороп ебәргән. Хәл былай булған: уның телефонына ниндәйҙер ир шылтыратҡан һәм ейәне тип танытҡан. Бер һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, тиҙ генә үҙенең юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүен, бәләнән ҡотолоу өсөн уға аҡса кәрәклеге хаҡында әйткән.
Ҡото осҡан ҡатын ярҙам итәсәген белдергән. Тиҙ арала уға аралашсы килеп еткән, пенсионер тәүҙә 50 мең биреп сығара, аҙаҡ тағы 50 мең һум тоттора, иң һуңынан 25 меңен дә бирә. "Ейәненә" бөтәһе 125 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтә...
Әммә аҙаҡ үҙе уға шылтыратҡас, ейәненең бер ниндәй ҙә аварияға тарымауын ишеткәс, үҙен алдауҙарына төшөнә.