Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Октябрь 2020, 12:00

"Зебра"ла хәүефһеҙ икән тип уйламағыҙ...

Йәйәүлеләргә үтергә рөхсәт булған урында 50 йәшлек ҡатынды төкөтә.

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы кисә көндөҙ Күмертау ҡалаһында теркәлгән.

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 64 йәшлек водитель «Opel Mokka» автомобилендә 50 йәшлек ҡатынды бәрҙерә. Ул йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән "зебра"нан үтеп барған була.

Бәрелешеү шул тиклем көслө була: йәйәүле ваҡиға урынында йән бирә. Автомобилгә ҙур зыян булмай, уның алғы тәҙрәһе генә сатнай.

Әйткәндәй, алдағы көндә лә бер йәйәүленең һәләк булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Юлдарҙа рулгә ултырыусыларҙы иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Ашығыуҙар һәр саҡ һәләкәткә алып килеүен, кеше ғүмерҙәрен өҙөү йәки үҙегеҙ һәләк булыу ихтималлығын бер ваҡытта ла хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Юл алабарманлыҡты ғәфү итмәй.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас: