Хәүефһеҙлек
14 Октябрь 2020, 14:30

Ерләргә барған еренән юғалған...

Күреүселәр булһа, зинһар, полицияға йәки “Лиза Алерт” ирекмәндәренә ошо телефон буйынса шылтыратығыҙ: 8-800-700-54-52.

Мишкә районында 78 йәшлек Нина Ташбулатованы туғандары һәм яҡындары эҙләй. Бына ике тәүлек инде улар үҙҙәренә урын таба алмай.
Әбей 12 октябрҙә көпө-көндөҙ таныштарын ерләргә барған еренән юғалған. Уның хәтере юҡлығы, медицина ярҙамына мохтажлығы билдәле. Андреевка ауылынан Сосновка ауылы яғына йәйәүләп китеүен күргәндәр. Моғайын, юлда аҙашҡандыр, ти яҡындары.
Билдәләре: буй оҙонлоғо 154 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һары сәсле, ҡуңыр күҙле. Күк төҫтәге курткала, ал күлдәктә, ҡара-күк яулыҡта булған. Күреүселәр булһа, зинһар, полицияға йәки “Лиза Алерт” ирекмәндәренә ошо телефон буйынса шылтыратығыҙ: 8-800-700-54-52.
Фото: шәхси архивтан.
Читайте нас