Боролошта Свердловск кешеһе идара иткән “Cтелс Гепард” квадроциклы менән ҡаршыға килгән “CF Moto X8” квадроциклы йөҙгә-йөҙ бәрелешкән. Икенсе транспорт сараһына 38 йәшлек ир идара иткән. Һөҙөмтәлә “Стелс Гепард” водителе ашығыс ярҙам килгәнсегә ҡәҙәр һәләк булған, тип хәбәр итә ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Бик ҡыҙғаныс хәл. Квадроциклдарҙа йәштәрҙең ҙур тиҙлектә елдергәнен күреп, ҡайһы саҡта сәстәр үрә тора. Адреналин, йәшлек ҡыҙыулығы, саманы онотоу йыш ҡына бәләгә юлыҡтыра. Был осраҡта аварияның сәбәбе ниҙә булғандыр, уныһын тейешле хеҙмәттәр асыҡлар. Ниндәй генә транспорт сараһына идара итһәгеҙ ҙә, юл ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәгеҙ, уяу булығыҙ, хөрмәтле водителдәр!