Хәүефһеҙлек
17 Октябрь 2020, 11:00

“Ларгус” түңкәрелгән...

Учалы-Рәсүл трассаһының 10-сы километрында авария

Учалы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Учалы-Рәсүл трассаһының 10-сы километрында булған авария хаҡында ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Иглин районының 45 йәшлек водителе “Лада Ларгус” автомобилендә идара итеүҙе юғалта һәм юлдан уң яҡ канауға ауа. Аҙаҡ түңкәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уны ҡотҡара алмай, ҡаты йәрәхәтләнгән ир дауаханала йән бирә. ЮХХДИ инспекторҙары фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы асыҡлай, тинеләр ведомствола.
Оло юл бәләкәй генә хаталарҙы ла ғәфү итмәй. Водителдәрҙе юл-транспорт ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ.
Фото:NewsBash.
Читайте нас