Хәүефһеҙлек
17 Октябрь 2020, 12:00

Шүлгәнташҡа экскурсиялар туҡтатыла

Сәбәбе - Бөрйәндә коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары артыуы

"Шүлгәнташ" ҡурсаулығы ошо көндәрҙә экскурсияларҙың туҡтатылыуы хаҡында белдерҙе. Сәбәбе - һуңғы арала Бөрйән районында коронавирус инфекцияһы менән ауырығандар күбәйҙе.
Ҡурсаулыҡ етәкселеге хәбәр итеүенсә, экскурсиялар 17 октябрҙән алып 1 ноябргә тиклем туҡтатыла, шулай уҡ ҡунаҡ өйҙәренә лә туристар ҡабул ителмәйәсәк.
Бөрйән районындағы ҡатмарлы эпидемиологик хәлде ҡайһы берҙәр тап ундағы туристик тармаҡтарға бәйләй: йәйгеһен сиктәр ябылғас, күптәр ял итергә "Шүлгәнташ" ҡурсаулығына ағылды. Аҙаҡ көҙгә ҡарай пневмония һәм коронавирус инфекцияһы менән тап ошо ҡурсаулыҡ янындағы ауылдарҙа йәшәгәндәр йышлап сирләүе асыҡланды.
Фото: culture.ru
Читайте нас