Июлдә Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында бар республиканы тетрәндергән ҡот осҡос хәл булыуын, 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты вәхшиҙәрсә үлтереп, талап китеүҙәрен хәбәр иткәйнек.
Бынан һуң “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән үлтереүселәр хаҡында мәғлүмәт биргән өсөн ярты миллион һум аҡса ла вәғәҙә иттеләр.
Ҡот осҡос енәйәтте ҡылыусылар ике ай тигәндә тотолдо. Был ике әҙәм аҡтығы Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең элекке хеҙмәткәрҙәре булып сыҡты. 41 һәм 32 йәшлек ирҙәрҙең береһе хаҡлы ялда булһа, икенсеһенең эштән ебәрелгәне мәғлүм.
“Комсомольская правда” порталы журналистары иһә күптән түгел Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының криминалистика бүлеге начальнигы урынбаҫары Степан Кривцов менән әңгәмә ҡорған һәм енәйәт эшенең үҙенсәлектәрен асыҡлаған.
Юстиция капитаны түбәндәгене һыҙыҡ өҫтөнә алған: енәйәтселәр фәҡәт аҡса артынан килгән. Уларҙың ҡайҙа ятыуын яҡынса төҫмөрләһәләр ҙә, барыбер өйҙө туҙҙырғандар, ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған оло кешене талағандар.
Ике әшнәне табыу өсөн иһә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ентекле аналитик эш атҡарған.
Урындағы кешеләр менән аралашҡанда ауылдағы бер кешегә дуҫы килеүе асыҡланған. Тәүҙә, әлбиттә, уның кем, ҡайҙан һәм ни өсөн килгәне билдәһеҙ булған.
Степан Кривцов әйтеүенсә, енәйәтселәр ҡара эшен бик грамоталы атҡарған: биологик эҙҙәр ҡалдырмаған, бирсәткәлә генә түгел, скафандрҙа эшләгәндәй булған хатта.
Әммә енәйәтселәрҙең визуаль эҙҙәре буйынса психологик портреттарын төҙөүгә өлгәшкәндәр, нисә йәш булыуын күҙаллағандар. Унан инде шик аҫтына алынған кешеләр түңәрәге тарая башлаған.
Енйәтселәр эҙенә төшкәс, улар тәүҙә ялған мәғлүмәт биргән, тикшереүселәрҙе бутауға өлгәшкән. Әммә был нығыраҡ шик тыуҙырған һәм тәфтишселәр ирҙәрҙе ентеклерәк күҙәтә башлаған. Унан инде ваҡиғалар сылбыры төҙөлгән...
– Улар бик етди ҡаршылыҡ күрһәтте, әммә иҫбатлау нигеҙенә ҡаршы тороп булмай, - тигән Степан Кривцов.