Хәүефһеҙлек
20 Октябрь 2020, 10:30

Яңы светофорҙар ғүмерҙе һаҡлай

Был урындарҙа авариялар һаны кәмегән.

Өфөлә консоль төрөндәге яңы светофорҙар ҡуйыу дауам итә. Уларға ҡабатлаусы төҫлө диодлы яҡтыртҡыслы юл билдәләре, хәрәкәт датчиктары һәм йүнәлтелгән яҡтыртҡыслы махсус лапмалар ҡуйылған.
Август айында уҡыу йылы башланыр алдынан “Уфагорсвет” предприятиеһы 17 яңы светофор ҡуйҙы. Төҫлө диодтар һәм йүнәлтелгән яҡтылыҡлы лампа йәйәүленең юлға яҡынайыуы менән янып китә. Яңы светофорҙар тәү сиратта мәктәп биләмәһенән юлға туранан-тура сығыу урыны булған белем биреү учреждениелары янына ҡуйылған. Бындай яңы светофорҙар августа баш ҡаланың көньяғында, Конституция урамындағы - 86-сы гимназия, Зенцов урамындағы - 10-сы мәктәп, Донской урамында - 71-се мәктәп, Выгонная урамында - 25-се мәктәп, Достоевский урамында - 39-сы гимназия, Летчиктар урамындағы - 8/2 йорт, Олимпийская урамында - 78-се мәктәп, Пионерҙар урамында - 125-се мәктәп, Рязан урамында - 89-сы мәктәп, Стадион урамында - 131-се мәктәп, С. Перовская урамындағы 18-се мәктәп янында һәм башҡа участкаларҙа урынлаштырылды. Бөгөн эш баш ҡаланың төньяғында дауам итә.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Ғәфүр Ҡылыҙбаев белдереүенсә, быйыл баш ҡалала хәүефһеҙ юл хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн ҙур эш башҡарылған. Шулай бөтә разметкаларҙың 90 проценты термопластик менән һыҙылған, был уның хеҙмәт итеү ваҡытын күпкә оҙайта. Шулай уҡ өс меңдән ашыу яңы юл билдәләре ҡуйылған һәм ремонтланған. Балаларға белем биреү учреждениелары янында 13 мең погон метрҙан ашыу йәйәүлеләр юлын сикләгестәр ҡуйылған.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаларының күпселек өлөшө көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүелдәрендә була. Айырыуса ҡараңғы ваҡытта, сөнки был участкаларҙа яҡтылыҡ етмәй. Консоль нигеҙле яңы светофорҙар юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан водителдәр һәм йәйәүлеләрҙең иғтибарын юлдың бөтә участкаларына ла йәлеп итәсәк. Беҙ анализ яһаныҡ һәм ошондай светофорҙар ҡуйылған урындарҙа аварияларҙың кәмеүен билдәләнек. Йыл аҙағына тиклем 60 көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле яңыртыласаҡ, – тине Ғәфүр Ҡылыҙбаев.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас