Хәүефһеҙлек
21 Октябрь 2020, 13:00

“Беҙ ауыр хәлле пациенттарҙы дауаланыҡ”

Командировка өс аҙнанан ашыу дауам итте.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мөрәжәғәте буйынса Башҡортостан табиптары Абхазиялағы коллегаларына ярҙамға юлланғайны.
Белгестәр коронавирус менән сирләгән пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтте. Бригадаға Башҡортостан медицина университетынан һәм Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан ете табип, стажер-табиптар, ординаторҙар инде. Командировка өс аҙнанан ашыу дауам итте. Уларға алмашҡа Калининград өлкәһенән һәм Мәскәү ҡалаһынан табиптар килде.
– Беҙ яһалма елләтеү аппаратында ятҡан ауыр хәлле пациенттарҙы дауаланыҡ, – тине төркөм етәксеһе Илдар Лотфрахманов. – Абхазиялағы коллегаларыбыҙ беҙҙең тәжрибәне үҙләштергәндер, тип ышанам.
Мәғлүм булыуынса, әлегә тиклем Башҡортостан табиптары Ҡырғыҙстанда, Ҡарасәй-Черкес Республикаһында һәм Амур өлкәһендә ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәткәйне.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас