Хәүефһеҙлек
21 Октября 2020, 08:30

Ирле-ҡатынлы һәләк булған

Әбйәлил районында сыҡҡан янғында...

Аяныслы хәл Әбйәлил районының Теләш ауылында теркәлгән.
Төндә Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шәхси йортта янғын сығыуы тураһында шылтыратыу алына. Ваҡиға урынына янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары килгәндә, "ҡыҙыл әтәс" 5х9 ҙурлығындағы ағас йортто һәм уның янындағы ағас ҡоролмаларҙы ялмап алып өлгөрә. Йорттоң "зәңгәр ут"ҡа тоташтырылмағаны һәм электр уты менән йылытылмағаны асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты ауыҙлыҡлағас, янғын урынында 63 йәшлек ирҙең һәм 58 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәләре табылған. Ваҡиғаның сәбәптәре тикшерелә.
Көндәр һыуытыу сәбәпле, мейес һәм йылытыу ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшереүҙе онотмағыҙ, улар менән һаҡ эш итегеҙ.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас