Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Хәүефһеҙлек
21 Октябрь 2020, 13:30
Медицина инспекторҙары эшкә тотондо
Улар ойошмаларҙа санитария-эпидемиология талаптарының үтәлешен күҙәтә.
Бөтә республикалағы кеүек үк, Учалы районында ла медицина инспекторҙары әҙерләнә. Улар ойошмаларҙа санитария-эпидемиология талаптарының үтәлешен күҙәтә.
Медицина инспекторы итеп тәғәйенләнеү өсөн медицина белеменә эйә булыу мотлаҡ түгел. Бының өсөн Башҡортостан дәүләт медицина университеты сайтында
https://med-inspector.ru
һылтанмаһы буйынса махсус курс ойошторолған. Уҡыу өсөн теркәлергә кәрәк.
Учалы коррекцион мәктәп-интернатының балалар баҡсаһында был бурыс шәфҡәт туташы Светлана Бакалға, мәғариф бүлегендә – граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса белгес Гөлдәр Әхмәтйәноваға, район хакимиәтендә хужалыҡ бүлеге мөдире Зилә Төхвәтуллинаға йөкмәтелгән. Улар коронавирус пандемияһы осоронда хеҙмәткәрҙәрҙең битлек кейеүен, социаль арауыҡ һаҡлауын, ҡулдарын дезинфекциялауҙы, антисептиктар булыу-булмауын күҙәтә, термометрия үткәрә.
Фото: uchaly.bashkortostan.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"