Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Октябрь 2020, 11:30

Өс көндән һуң...

Юғалған көндө бер ҡыҙ компанияһында автозаправкала күренеп ҡалған ирҙең яҙмышы мәғлүм булды

Стәрлетамаҡта ошо көндәрҙә машинаһына ултырып сығып киткән һәм транспорт сараһы менән бергә ғәйеп булған 35 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр, тип хәбәр иткәйнек.
Евгений Плисов 15 октябрҙә үҙенең Hyundai Solaris автомобилендә билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән. Ул яҡындарына ҡайҙа йүнәлеүен, ҡасан ҡайтыуын хәбәр итмәгән.
Шаһиттар уны юғалған көндө бер ҡыҙ компанияһында автозаправка станцияһында күргәнен белдергән: ир Стәрлетамаҡтан йыраҡ түгел, Раевка трактындағы АЗС-та булған.
Ошонан һуң Евгенийҙан бер яңылыҡ та ишетелмәгән. Социаль селтәрҙәргә лә ул һуңғы тапҡыр юғалған көнөндә ингән. Яҡындары ир өсөн бик борсолоп, ирекмәндәргә һәм полицияға мөрәжәғәт иткән.
Кисә иһә өс көн буйына яҡындарын ут йоттороп эҙһеҙ юғалған ирҙең табылыуы билдәле булған. Уның ҡайҙа йөрөгәне билдәһеҙ, мәгәр иҫән-һау булыуы шатлыҡлы.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Читайте нас: