Хәүефһеҙлек
23 Октябрь 2020, 08:45

Ҡәбәхәтте тотҡандар

Мәләүез районында балаларға ҡарата башҡа һыймаҫлыҡ енәйәт асыҡланған.

Мәләүез районында ҡот осҡос енәйәт теркәлгән: 34 йәшлек бер мөртәт ике йыл дауамында бергә йәшәгән ҡатындың балаларын мыҫҡыллаған. Малайға – 14, ҡыҙға 12 йәш, тип белдерәләр хоҡуҡ һаҡлау органдарына. Был башҡа һыймаҫлыҡ хәл 2015 – 2017 йылдарҙа булған тип билдәләнгән.
Полицияға балаларҙың үҙ атаһы мөрәжәғәт иткән. Үгәй ирҙең вәхши ҡылығы хаҡында уға балалар һөйләгән.
Ғәйепләнеүсе ҡылығын таныған. Иргә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта уны һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Фото: kollektivmagazin.hu
Читайте нас