Хәүефһеҙлек
23 Октября 2020, 06:45

Их, атай…

Өлкән кеше үлемесле йәрәхәтләнгән, ә баланың ғүмере өсөн табиптар көрәшә.

Кисә киске сәғәт туғыҙ тирәһендә “Иглин” тимер юл станцияһында фажиғә теркәлде. Рельс аша сығып барған ирҙе һәм уның дүрт йәшлек улын поезд бәрҙергән. Өлкән кеше үлемесле йәрәхәтләнгән, ә баланың ғүмере өсөн табиптар көрәшә.
Волга буйы тәфтиш идаралығы тәфтишселәре ваҡиға урынында булып, хәлде асыҡларға тырышҡан. “Фажиғәгә килтергән бөтә сәбәптәр тикшерелә”, - тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, улын күтәреп рельстар буйлап йүгергән атай кеше сығып өлгөрмәгән. Бик үкенесле хәл...
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас