Хәүефһеҙлек
23 Октябрь 2020, 17:30

Округ төбәктәрендә хәл нисек?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр буйынса округ кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр буйынса округ кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны видеоконферения тәртибендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар округ төбәктәрендәге һаулыҡ һаҡлау системаларының COVID-19 менән сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеүгә әҙерлеген тикшерҙе.
Игорь Комаров әйтеүенсә, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдимдәрен аныҡ үтәү бөгөн тәү сираттағы бурыстар иҫәбенә инә. Тулы хоҡуҡлы вәкил буш койка фондын арттырыу, госпиталләштереү структураһын ҡулайлаштырыу, коронавирус менән ауырығандарҙы ваҡытында дауаханаға оҙатыуҙы, планлы медицина ярҙамының асыҡлығын тәьмин итеү зарурлығын билдәләне. Тейешле дарыуҙар һатып алыу мәсьәләһе лә айырым иғтибар талап итә. Ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау өсөн тест үткәреүҙе һәм лаборатор диагностиканы әүҙемләштереүҙең мөһимлеге лә айырым билдәләнде.
Башҡортостанда коронавирус менән сирлеләргә 4,5 мең самаһы койка әҙерләнгән. 19 октябрҙә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында йоғошло ауырыуҙар стационары ойошторорға һәм Өфөнөң 10-сы ҡала клиник дауаханаһында резервтағы койка фондын булдырырға ҡушҡайны. Бынан тыш, декабрҙә Стәрлетамаҡта төҙөлгән яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә өҫтәмә 300 койка барлыҡҡа киләсәк.
Игорь Комаров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылыуы тураһында иҫкәртте. Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда I – IV класс уҡыусылары өсөн бушлай туҡланыу ойошторолдо. Республикалағы 1934 мәктәптең барыһында ла был эш алып барыла, 225 мең балаға ҡайнар төшкө аш бирелә.
Игорь Комаров әйтеүенсә, пандемия быйыл округтағы йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыуҙы ҡатмарлаштырҙы. Шул уҡ ваҡытта йәштәр һәм граждандар йәмғиәте менән коммуникацияның яңы мөмкинлектәре, алымдары барлыҡҡа килде.
"Волга буйы федераль округының “iВолга” йәштәр форумын арауыҡта юғары кимәлдә үткәрҙек, етем балаларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Бала саҡты ҡайтарыу” проектының округ этабын да онлайн тәртибендә уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ “ФормART” урам сәнғәте проектын тормошҡа ашырыуҙан да етди ыңғай һөҙөмтә булыр тип ышанабыҙ", – тине Игорь Комаров.
Кәңәшмәлә кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан күсереү, энергия ресурстарын ҡулланғандарға түләү тәртибен яҡшыртыу, өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау, коррупцион тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре лә күтәрелде.
Тулы хоҡуҡлы вәкил Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтарына Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек барышында һәм уны үткәреүҙә һөҙөмтәле эшләгән өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас