23 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус сирен ситтән индереүҙе һәм уның Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова үткәрҙе.
Ултырышта коронавирусҡа бәйле хәл, сирҙең һәм башҡа миҙгел ауырыуҙарының артыуына һаулыҡ һаҡлау системаһының әҙерлеге, сит илдәр менән даими авиабәйләнеште яңыртыу мәсьәләләре ҡаралды.
Мәғлүм булыуынса, 23 октябргә Башҡортостанда COVID-19 менән сирлеләр һаны 10 меңдән ашып китте. Эпидемиологик хәл ҡатмарлашыуға бәйле республикала яңы ҡарарҙар ҡабул ителде. Мәҫәлән, 65 йәштән өлкәндәргә, йөклө ҡатындарға һәм хроник сирлеләргә ҡурсаланыу тәртибен үтәргә кәрәк. Шулай уҡ сит илдәрҙән һауа транспортында, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре аша транзит менән килгәндәр коронавирусҡа тест һөҙөмтәһен алғанға тиклем изоляцияға китергә тейеш.
Башҡортостан предприятиеларында һәм учреждениеларында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы. Йәмәғәт транспортының эш графигы социаль арауыҡты һаҡларлыҡ итеп ҡулайлаштырылды. Кинотеатрҙарға, мәҙәниәт йорттарына, театрҙарға залды 30 процентҡа тултырыу шарты менән генә эшләргә рөхсәт ителә. Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге 6-ға тиклем ябыҡ булырға тейеш.
Мкәтәптәрҙә каникул бер аҙнаға алдараҡ – 19 октябрҙә башланды.