Бөгөн төндә Өфө районының Лебяжий ҡасабаһындағы "Вита" баҡса ширҡәте йорттарының береһендә ҡот осҡос хәл теркәлгән. 16 квадрат метр майҙанлыҡ бүрәнә өйгә ут тоҡанған.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, "ҡыҙыл әтәс"те ауыҙлыҡлау өсөн 39 кеше, 18 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү идаралығынан 24 кеше, 10 махсус машина йәлеп ителгән.
Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ут менән тулыһынса көрәшеп бөткәс, өс кешенең мәйетенә юлыҡҡан. Асыҡланыуынса, янғында тотош ғаилә һәләк булған. Улар - 30 йәшлек ғаилә башлығы, уның 26 йәшлек ҡатыны һәм биш йәшлек балалары.
Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, янғын сығыу сәбәбе асыҡлана. Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов та килгән.
Көндәр һалҡынайыу менән республикала янғын сығыу осраҡтары йышайҙы. Мейес һәм йылытыу приборҙарының төҙөклөгөн тикшереп, һаҡ эш итегеҙ. Ут берәүҙе лә аямай.