Кисә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы йәнә бер йәш егеттең ғүмерен өҙҙө. М5 автомобиль юлының 1469 километрында Һамар ҡалаһы йүнәлешенә барған "ВАЗ-2114" водителе, хәрәкәт иткәндә йоҡлап китеп, юл ситендәге һыу ташыған "КамАЗ" йөк машинаһына бәрелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул шунда уҡ йән бирә. Социаль селтәрҙә шаһиттар әйтеүенсә, рулдә йәш егет ултырған. Әле авария урынында тикшереү эштәре бара, уның сәбәптәре асыҡлана.
Аҙ ғына серем итеп тә өлгөрмәгәндер, әммә ошо һанаулы секундтар уның ғүмерен өҙгән. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, йоҡоғоҙ килеүен тойоу менән машинағыҙҙы туҡтатып, бер аҙ ял итегеҙ йәки йоҡлап алырға ла тартынмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!