Хәүефһеҙлек
24 Октябрь 2020, 17:00

Бер ҡат кейем менән тороп ҡалдылар...

Һалҡын ҡыш алдынан Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында йәшәгән йәш ғаиләгә ҙур бәлә килде.

Һалҡын ҡыш алдынан Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында йәшәгән Янбаевтар ғаиләһенә ҙур бәлә килде – төн уртаһында өйҙәре янды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш ғаилә өҫтәренә кейгән бер ҡат кейем менән генә тороп ҡалды...
"Ауылдашыбыҙ Зөлфиә менән Рим Янбаевтарҙың йортонда ут сығып, ҙур бәләгә тарынылар – өйһөҙ ҡалдылар, – ти урындағы “Айгөл” балалар баҡсаһы мөдире Нурзилә Ноғоманова. – Икеһе лә егәрле, тырыш. Йортто яңы ғына матур итеп һалып сыҡҡайнылар".
Уғрынан ҡала, ут-һыуҙан – юҡ, тиҙәр. Бер нисә сәғәт эсендә Янбаевтар барлыҡ мөлкәтенән яҙған. Әле мәрхәмәтле ауылдаштары бәләгә тарығандарға төрлөсә ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ҙур күләмдә аҡса йыйып тапшырған.
Йәш ғаиләгә ауыр һынауҙы үтеп сығырға ярҙам итергә теләгәндәр Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы Янбаеваның иҫәбенә 89373052575 телефон һандары буйынса аҡса күсерә ала.
Уттан һаҡ булайыҡ, барыбыҙҙы ла бәлә-ҡаза урап үтһен.
Фото: myliski.ru
Читайте нас