Бәлә көтмәгәндә килә. Өләсәһе менән Өфө – Яңауыл трассаһы буйлап автомобилдә килгәндә аварияға эләккән һигеҙ йәшлек Аселгә ашығыс ярҙам кәрәк.
Ҡыҙҙың әсәһе әйтеүенсә, Бөрөгә етеп килгәндә автомобиль, боҙлауыҡлы юлда әйләнеп китеп, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм йөк машинаһы менән бәрелешә. Сабый ҡаты йәрәхәтләнә, әле дауаханала.
“Бәрелгәндән һуң машина кире үҙ һыҙатына сыға һәм юл ситенә ауа. Әсәйем дә, ҡыҙым да ауыр хәлдә. Аселгә ашығыс рәүештә ҡан кәрәк”, - ти Лиана.
Бөрө һәм Нефтекама ҡалалары дауаханаларында Асель Рудковская өсөн ҡан бирергә мөмкин. Ғаилә Нефтекамала йәшәй, тик бәләгә тарығандарҙы Бөрө дауаханаһына илтергә тура килгән. Ҡыҙға донор булырға теләгәндәр Бөрөнөң Коммунистик урамындағы 120-се йортта урынлашҡан дауаханаға сәғәт иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 12-гә тиклем мөрәжәғәт итә ала. Нефтекамалағы дауахана - Парк урамындағы 31-се йортта.