Хәүефһеҙлек
25 Октябрь 2020, 14:15

Емештәре һибелеп киткән...

Ағиҙел аша һалынған иҫке күперҙе ябырға мәжбүр булыуҙың сәбәбе ниҙә?

Ошо көндәрҙә Өфөлә иртәнге сәғәт 11.00 тирәһендә Ағиҙел күпере аша сыҡҡанда емеш-еләк тейәгән йөк машинаһы ауған.
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, 23 йәшлек водитель Дим биҫтәһе яғына китеп барған. Алдағы машина менән бәрелешеүҙән ҡасып, ул ҡапыл ситкә борола һәм бордюрға менеп китеп, ҡырға ауа.
Бәхеткә күрә, юл фажиғәһендә бер кеше лә зыян күрмәгән. Тик тейәлгән емештәре – башлыса гранат, виноград, алма, слива – юлға һибелгән. Инспекторҙарға "ГАЗель" машинаһын эвакуациялағансы иҫке күперҙе ябып торорға тура килә, шунлыҡтан ҙур тығындар барлыҡҡа килгән.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас