Хәүефһеҙлек
25 Октябрь 2020, 08:00

Майор ҡаушап ҡалмаҫ!

Автомобиль капоты аҫтында янғын телдәрен күреп, ут һүндергесен алып ярҙамға ташлана...

Нефтекама полиция бүлегенә шылтыратыу булмаһа, бер кем дә миграция мәсьәләләре буйынса инспекторҙың батырлығы тураһында белмәҫ ине. Бына шундай баҫалҡы, ҡыйыу ир-егеттәрҙең береһе ул Денис Фәтҡуллин. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре ҡаушап ҡалмай, шунда уҡ ярҙамға ташланып, кешеләрҙе бәләнән йолоп алып ҡалған.
Ҡаланың Социалистик урамы буйлап барышлай ул “Жигули” автомобиле эргәһендә йүгерешкән кешеләрҙе күреп ҡала. Автомобиль капоты аҫтында янғын телдәрен күреп, полиция майоры ут һүндергесен алып ярҙамға ташлана. Утты һүндергәс, машинаны юлдан ситкә күсерәләр.
“Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәренең ҡаушап ҡалмай, эште уйлап башҡарыуы арҡаһында бер кем дә бәләгә тарыманы”, - тип белдерҙеләр Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә. Автомобиль хужаһының һүҙһеҙ генә полиция майорының ҡулын ҡыҫҡаны билдәле. Ҡайһы саҡта рәхмәтте белдереү өсөн һүҙҙәр артыҡ шул. Бүлек етәксеһенә шылтыратыу ғына майорҙың ҡыйыулығы хаҡында белергә ярҙам иткән.
Ир-егеттең кемлеге ошондай ҡапыл килеп сыҡҡан хәлдәрҙә беленеүсән. Үҙ асылына тоғро ҡалып, һаҡлай, яҡлай алырлыҡ көслө заттарыбыҙ күберәк булһын ине.
Фото: Эске эштәр министрлығы.
Читайте нас