Хәүефһеҙлек
25 Октябрь 2020, 07:00

Әсә өс балаһы менән йортһоҙ ҡалды...

Белорет районының Инйәр ауылында - аяныслы хәл...

24 октябрҙә Белорет районының Инйәр ауылындағы бер өйҙә янғын сыҡҡан, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына был бәлә тураһындағы хәбәр 3.31 сәғәттә килгән. Янғын һүндереүселәр барғанда ағас йортто ут ныҡлап ялмап алған булған. Ул 3.50 сәғәттә туҡтатылған. Ярай әле ғаилә янғын көсәйгәнгә тиклем үк торлаҡтан сығып өлгөргән. Аяныслы хәл сәбәпле, әсә менән уның өс ҡыҙы торлаҡһыҙ тороп ҡалған.
Ут һөҙөмтәһендә Туймазыла ла ауыр хәл теркәлгән. Ҡалалағы Островский урамында сыҡҡан янғын хаҡында урындағы гарнизон диспетчерына хәбәр иткәндәр. Ғәҙәттән тыш хәл урынына ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре сыҡҡан.
“Биш ҡатлы йорттоң һуңғы ҡатындағы фатир янған. Эстә 1980 йылғы ҡатын табылып, уттан ҡотҡарылған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауалау учреждениеһына китеп барғанда, юлда ғүмере өҙөлгән”, – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Әле был ике янғын сәбәптәре асыҡлана. Урындарҙа тәүтикшереүселәр эшләй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен, шул иҫәптән газ һәм электр приборҙары, мейестәр менән файҙаланыу тәртибен теүәл үтәү кәрәклеге хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртә. “Электр үткәргестәрҙе даими тикшерегеҙ. Яғылған мейес эргәһендә балаларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ, тағы уларҙың ут менән шаярыуына юл ҡуймағыҙ”, – ти ҡотҡарыусылар.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас