“Таҙа урман” республика акцияһына ярашлы, Баймаҡ районында парһыҙ ебәк күбәләк йомортҡаһын ҡул менән йыйыу буйынса айлыҡ иғлан ителгән.
"Ҡайын урманы матурлығы менән арбап тора, әммә ағас олонона күҙ ташлау менән ҡайыры аҫтында ҡурҡыныс урман ҡоротҡосон күрергә мөмкин. Парһыҙ ебәк күбәләге беҙҙең урмандарға килеп еткән. Көҙ уны тик механик ысул менән юҡ итергә була. Әлеге сара Баймаҡ, Этҡол, Юлыҡ, Крепостной участкаларында, Мерәҫ, 2-се Этҡол, Байым, 1-се Этҡол, Йомаш, Әбделкәрим, Ишбирҙе ауылдары эргәһендәге урмандарҙа ҡоротҡостоң таралыуын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк", – ти Баймаҡ урмансылығының бүлек етәксеһе Илдар Рахманғолов.
Шулай итеп, был яҡтағы урман участкалары ҡуртымсылары, йөҙгә яҡын ирекмән ҡоротҡостарға ҡаршы “һунар” ойошторҙо. Күмәк көс менән 12 килограмм йомортҡа йыйылған. "Берәүһенең бер миллиграмм ауырлыҡта булыуын иҫәпкә алғанда, был бик ҙур ярҙам булды. Ҡоротҡостар менән төп көрәш яҙ биологик һиптереү алымы менән дауам итәсәк", – ти Илдар Рахманғолов.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың урман фонды биләмәләрендә, шул иҫәптән Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Туймазы урмансылыҡтарында 116,5 мең гектар майҙанда парһыҙ ебәк күбәләк барлығы асыҡланған. Был ҡоротҡос 300-гә яҡын төр үҫемлеккә – барлыҡ япраҡлыларға тиерлек, ҡайһы бер ылыҫлыларға, ҡыуаҡтарҙың күбеһенә зыян килтерә. Күпләп үрсеү осоронда ағас япраҡтарын ашай.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайты.