Башҡортостан райондарының береһендә 18 йәшлек ҡыҙ полицияға мөрәжәғәт иткән һәм атаһы, бысаҡ менән ҡурҡытып, уны мыҫҡыллаған, тип хәбәр иткән.
“Комсомольская правда” хәбәр итеүенсә, был ҡурҡыныс хәл 24 октябрҙә теркәлгән.
Асыҡланыуынса, ҡәбәхәт ир бынан биш йыл элек бәләкәс ҡыҙының күҙ алдында ҡатынының ғүмерен ҡыйған. Бәхәс бергәләп араҡы эсеүҙән баш тартҡан өсөн килеп сыҡҡан. Ир ауыр енәйәт өсөн бер нисә йыл төрмәлә ултырған.
Күреүебеҙсә, тимер рәшәткә артында үткәргән йылдарында был әҙәм аҡтығы бер ниндәй ҙә һабаҡ алмаған һәм ул тағы ла ҡурҡыныс енәйәткә барған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙе ҡулға алған. Ул закон алдында яуап бирәсәк.