Хәүефһеҙлек
27 Октябрь 2020, 13:30

Лиана, ҡайҙа һин?

Белорет районында эҙһеҙ юғалған 19 йәшлек әсәнең туғандары һылыуҡайҙың юлында насар кешеләр осрауынан ҡурҡа, ә өйҙә уны өс йәшлек ҡыҙы көтә...

“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, Лиана Абдуллина ун көн самаһы элек өйөнән сығып киткән һәм әлегә тиклем унан бер хәбәр ҙә юҡ.
Ул – Белорет районының Ишле ауылынан. Яҡындары инде нисәнсе көн ут йота: 19 йәшлек әсәнең телефоны яуап бирмәй, ҡайҙа киткәне лә билдәле түгел.
Лиананың бер туғаны әйтеүенсә, өйҙә уны өс йәшлек ҡыҙы көтә. Әлеге ваҡытта ҡыҙҙы яҡындары үҙаллы эҙләй, әммә әлегә бер ыңғай һөҙөмтә лә юҡ.
– Күңел тыныс түгел. Ул бит беҙҙең сибәр, һөйкөмлө ҡыҙ, ә эргә-тирәлә ниндәй генә кешеләр юҡ! – тип борсола Лиананың инәһе.
Юғалған көндө йәш әсә тыуған ауылынан Белорет ҡалаһына юлланған. Ошо ваҡыттан бирле уның ҡайҙалығы билдәле түгел.
Асыҡланыуынса, Лиананың күптән түгел әсәһе мәрхүм булған, ҡыҙ бик ҡайғырған. Яҡындары иһә йәш әсә балаһы хаҡына имен-анман әйләнеп ҡайтыуын теләй.
Әгәр ҙә һеҙгә фотолағы йәш ҡатын таныш тойолһа, Лиана Абдуллинаның туғандарына 8-937-306-05-09 йәки 8-937-362-15-85 телефондары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: “Комсомольская правда”.
Читайте нас