Дәүләкән районының Сергиополь ауылы янынан алыҫ түгел бер соҡорҙа ҡатын-ҡыҙ мәйете табылған. Тәфтиш-тикшереү комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 60 йәшлек пенсионер ҡатынды үҙенең йорто янынан 400 метр йыраҡлыҡта тапҡандар. Уның кәүҙәһендә үлгәндән һуң хайуандар тешләгән урындар булыуы асыҡланған. Әлегә ҡатын урамға сыҡҡан һәм хәле насарайып, аңын юғалтҡан, шунан туңып үлгән тигән фараз ҡарала. Аҙаҡ йыртҡыс хайуандарҙың йә иһә эттәрҙең уны йолҡҡослауы ихтимал.
Аяныслы хәл буйынса тикшереү эштәре башланған, мәйет суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән, үлем сәбәбе асыҡлана.