Кисә, Башҡортостандың Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Иглин ҡасабаһында үҫмерҙәр төркөмөн машина менән бәрҙергән, 15 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән таксистҡа хөкөм ҡарары сығарылғайны.
Мәғлүм булыуынса, фижиғә ағымдағы йылдың 16 июнендә теркәлгән. Иҫерек таксист автомобилдә Иглин ҡасабаһының Ворошилов урамы буйынса барған, унан транспорт сараһына идараны юғалтып, юл ситенән китеп барған дүрт үҫмерҙе бәрҙергән. Әммә туҡтау урынына, һаман хәрәкәтте дауам иткән, уны осраҡлы шаһит ҡына туҡтата алған.
Авария һөҙөмтәһендә 15 йәшлек ҡыҙҙың урында уҡ йән биргәне мәғлүм. Икенсе үҫмергә лә урта ауырлыҡтағы зыян килтерелгән.
Динар Миһранов ғәйебен таныған. Суд ҡарары буйынса таксист ете йылға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрелергә тейеш ине. Унан тыш, яза осоро тамамланғандан һуң, уның тағы ла өс йыл автомобиль йөрөтөү хоҡуғы булмаясаҡ. Шулай уҡ ир зыян күреүселәргә 1,33 миллион һум әхлаҡи зыянды ҡапларға тейеш.
Мәғлүм булыуынса, таксистҡа – 37 йәш. Экспертиза ирҙең ҡанында 1,732 промилле алкоголь асыҡлаған. Ир авария осраҡлы килеп сыҡты, уҡыусыларҙы күрмәнем, тип белдергән. Бөгөн мәғлүм булыуынса, прокурор кисә сығарылған хөкөм ҡарары менән риза түгел һәм ул аппеляция бирергә һәм хөкөм ҡарарын ҡатыраҡ итеүҙе һорарға ниәтләй. Дәүләт ғәйепләүсеһе фекеренсә, суд таксистың енәйәт урынынан ҡасырға маташыуын иҫәпкә алмаған, унан тыш, енәйәтте асырға ярҙам итешеүен суд ҡарарын йомшарта торған ғәмәл итеп алыуҙары менән дә риза түгел. Ғәйепләүселәр яғы Миһрановты туғыҙ йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һорай.
Фото: “Горобзор” порталы.