Хәүефһеҙлек
27 Октября 2020, 20:00

Талаптар ҡаты

Указға индерелгән үҙгәрештәр һәр кемебеҙгә ҡағыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыуы хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Ул иртәгәнән көсөнә инә.
Документтың яңы нәшеренә ярашлы, республика халҡына урамда, шул иҫәптән кешеләр күпләп булған урындарҙа, йәмәғәт транспортында, таксиҙа, туҡталҡаларҙа, лифттарҙа, магазиндарҙа, финанс ойошмаларында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә битлек кейеп йөрөргә кәрәк.
Йәмәғәт транспортында, таксиҙа, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы урындарында, мәҙәни-ағартыу һәм тамаша-күңел асыу урындарында дезинфекция режимын көсәйтеү мөһим.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ойошмаларҙың, эшҡыуарҙарҙың һәм үҙмәшғүлдәрҙең дезинфекция сараларын үтәүен күҙәтәсәк.
Башҡортостандың башҡарма власть органдары граждандарҙың битлек режимын күҙәтеүен тикшереүҙе көсәйтергә тейеш.
Урындағы үҙидара органдарына битлекте мотлаҡ кейеү, социаль арауыҡ һаҡлау һәм COVID-19 таралыуына ҡаршы тороу буйынса башҡа сараларҙы аңлатыу өсөн урамдарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында патруллек итеүҙе көсәйтергә.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көн һайын 100 мең кешегә 150-нән дә кәм булмаған лаборатор тикшереүҙәр кимәлен тәьмин итергә бурыслы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
Читайте нас