Хәүефһеҙлек
29 Октябрь 2020, 17:00

Иртәгә 150 ординатор эш башлай

Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә Башҡортостан дәүләт медицина университеты ординаторҙары менән осрашты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә Башҡортостан дәүләт медицина университеты ординаторҙары менән осрашты. Кәңәшмәлә шулай уҡ республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
БДМУ ректоры Валентин Павлов әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлау системаһында 1200-ҙән ашыу ординатор эшләй, район һәм ҡалаларҙағы дауалау-профилактика учреждениеларында практика үтә.
"Иртәгә Өфө поликлиникаларына участка терапевтары вазифаһында стажер булып эшләргә 150 ординатор сыға, – тине БДМУ ректоры. – Резервта йәнә 200 кеше бар. Улар медицина ойошмаларының һорауы буйынса эшкә тотонорға әҙер".
Башҡортостан Башлығы ординаторҙарға рәхмәт әйтте, изге теләктәрен еткерҙе.
– Бөгөн республика халҡына, һаулыҡ һаҡлау системаһына һеҙҙең булышлыҡ кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ икенсе йыл инде БДМУ студенттарынан ярҙам һорайбыҙ. Беренсе тапҡыр августа, мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары институтын ойошторғанда, уларға мөрәжәғәт иткәйнек. Йөҙҙәрсә мең бала уҡыған һәм тиҫтәләрсә мең уҡытыусы эшләгән ҙур мәғариф системаһы уҡыу йылын бик аҙ юғалтыуҙар менән башлап ебәрҙе.
Республика Башлығы шулай уҡ Башҡортостан власы коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса күргән саралар тураһында һөйләне. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Өфө поликлиникаларында стажер табиптар өсөн эш урындары әҙерләүҙәре, шәхси һаҡлыҡ саралары етерлек күләмдә тупланыуы тураһында хәбәр итте.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас