Хәүефһеҙлек
28 Октябрь 2020, 20:30

Ғүмерең ҡәҙерлеме, әллә йүгерәһеңме?..

Беҙ водителдәргә штраф һалыуға күнеккәнбеҙ, ә йәйәүлеләрҙе туҡтатҡан осраҡта...

Ғәҙәттә, йәйәүлеләр ҡатнашлығында авария була икән, ғәйеп водитель иңенә төшә. Был аңлашыла ла кеүек: ул хәүеф сығанағы булған транспорт менән идара итә, тимәк, һәр ваҡыт һаҡ булырға тейеш. Тик ҡарап та тормайынса, машиналар геүләп торған юл аша ярамаған урындан үткән саҡта йәйәүле лә уйларға тейеш бит.
Был аҙна башында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо темаға арналған һөйләшеү булды. Уҙған аҙнала Башҡортостан юлдарында 80 авария теркәлеп, уларҙа 106 кеше йәрәхәтләнгән, 14-е үлгән. Һәләк булғандарҙың байтағы – транспорт сараһынан тапалған йәйәүлеләр. Мәғлүмәттәр буйынса, быйыл ошондай үлем осраҡтары 22 процентҡа артҡан. Радий Хәбиров был күрһәткестәргә ҙур ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Ул республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрын шелтәләне, ошо йәһәттән эште көсәйтергә ҡушты.
Өфө урамдарында йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса рейдтар башланды. ЮХХДИ инспекторҙары һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре менән бергә тикшереү сараһына Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрселәре лә сыҡҡан. Улар “Аркада” сауҙа үҙәге янында бер ни тиклем ваҡыт эсендә генә ҡағиҙә боҙған әллә күпме йәйәүлене тотҡан.
Нимә генә тимә, ҡайһы бер йәйәүлеләр үтә яуапһыҙ. Улар хатта ҡаршыһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен күреп тә, юл аша ярамаған урындан йүгереп үтергә тартынмай. Беҙ водителдәргә штраф һалғанға күнеккәнбеҙ, ә йәйәүлеләрҙе туҡтатһалар, улар үтә ҙур ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Ғүмерҙәренең һаҡланып ҡалыуы тураһында уйламайҙар ҙа, күрәһең.
"Көҙ айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Ҡараңғы иртә төшә, иртәнсәк һуң яҡтыра. Юлда ҡара кейемле кешеләр күренмәй ҙә тиерлек. Айырыуса балалары булған ата-әсәгә иғтибарлы булыу мөһим. Балаға барлыҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк, кейемендә яҡтылыҡты сағылдырған элементтар булырға тейеш", – тине Совет районының Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәре Светлана Ғилманшина.
ЮХХДИ-нан белдереүҙәренсә, бындай рейдтар даими үткәреләсәк. Күберәк кешене киҫәткән, аңламағандарына штраф һалған һайын күңелһеҙ статистика яҡшырыр тип өмөтләнәйек. Яуаплылыҡтың үҙебеҙҙә икәнлеген онотмайыҡ. "Тимер ат" алдында йәйәүле нисек кенә хаҡлы булмаһын, ул көсһөҙ.
Читайте нас