Өфөлә йәшәгән 72 йәшлек әбей үҙен нисек төп башына ултыртҡандарын һиҙмәй ҙә ҡалған. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, уны “приколдар банкы” купюралары ярҙамында алдағандар.
Бындай күңелһеҙ хәлдәр йыш булып тора. Намыҫһыҙ әҙәмдәргә ололарҙы алдау, аҡсаһын тартып алыу бер ни тормай. Ҡатындың өйөнә, үҙен коммуналь хеҙмәт электригы тип танытҡан ир килеп, розеткаларҙы тикшерергә кәрәклеген белдерә.
Хеҙмәте өсөн бер мең һум аҡса талап итә. Кеҫәһенән биш мең һумлыҡ купюраны сығарып, аҡсаһын ваҡлауҙы һорай. Хужабикә шатланып риза була. Ир сығып китеү менән ҡатын ҡулындағы аҡсаның ялған икәнен, үҙен алдағандарын белеп ҡала.
Пенсионер шунда уҡ полицияға хәбәр итә. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше бара.
Полиция таныш булмаған кешеләр менән мөнәсәбәткә инмәҫкә, коммуналь хеҙмәт эшселәренең танытмаһын һорап алып асыҡларға кәңәш итә. Өлкәндәрҙе мутлыҡтар булыу ихтималлығы тураһында иҫкәртеп тороу кәрәк.