Хәүефһеҙлек
30 Октября 2020, 14:30

Үгәй атайҙың кескәйҙәргә көсө еткән...

Иҫерек ир биш һәм ун бер йәшлек үгәй ҡыҙҙарына йоҙроҡ төйөп ташлана.

Ҡырмыҫҡалы районында ҡыҙ балаларға ҡул күтәргән 38 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарылған. Был аяныслы хәл үткән йылдың июль айында теркәлә.
Иҫерек әҙәм бүлмәлә утты һүндермәгәндәре өсөн биш һәм ун бер йәшлек үгәй ҡыҙҙарына йоҙроҡ төйөп ташлана. Асыуҙан ярһыған үгәй атай балаларҙы шундай юл менән аҡылға ултыртмаҡсы була. Һөҙөмтәлә туҡмалған ҡыҙҙарҙың икеһе лә дауаханаға эләгә. Табиптар уларҙың береһенең ҡулы һынғанлығын асыҡлай.
Прокуратураның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иҫерек ир балалар сәләмәтлегенә еңел һәм уртаса ауырлыҡтағы зыян килтерә. Ошо көндәрҙә суд уға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Балаларға ҡул күтәргән ир өс йыл да ике ай ғүмерен колонияла үткәрәсәк.
Балаларҙың әсәһе әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән, бер туғандарҙы яҡындары опекаға алған.
Фото: 24rus.ru
Читайте нас